Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Аш-һыу
5 Июнь 2023, 16:39

Сәйҙе нисек бешерергә?

Сәй бешереүҙең үҙ тәртибе бар.

Сәйҙе нисек бешерергә?Сәйҙе нисек бешерергә?
Сәйҙе нисек бешерергә?

Сәй бешереүҙең үҙ тәртибе бар. Ҡара сәй 98 – 99 градуслы һыуҙа бешерелә, йәғни һыу ҡайнап сығыуға һүндерелергә тейеш.
Ҡабат ҡайнатылған һыуҙа сәй бешермәгеҙ, ул тәмле булмай.
Ҡалала крандан ағыҙылған һыуҙы бер нисә сәғәт тондороп алырға кәрәк, шулай йомшаҡ була.
Сәй бешереү сәйнүге фарфорҙан булырға тейеш. Сәйҙе һалырға һәм әҙ генә һыу ағыҙып, ҡапҡасын ябып ҡуйырға. Ҡара сәй 2 – 3 минутта бешә.
Йәшел сәйҙе 85 градустан юғары булмаған һыуҙа бешерергә кәрәк.

 

Фото: https://ru.freepik.com

Автор:
Читайте нас