Тубырсыҡтан ҡайнатма рецебы:
1 кг тубырсыҡ, 1'2 кг шәкәр. Тубырсыҡтарҙы арҡырыға, йәки түңәрәкләп турайбыҙ ҙа, 1 ҡат шәкәр, 1 ҡат тубырсыҡ һалып банканы тултырабыҙ. Шәкәре ирҽп бөткәнсе банканың һелккеләп торабыҙ. Капрон крышка ябып, һалҡын урында һаҡлайбыҙ. 2 ысул тубырсыҡлы банканы һыулы кастрүлгә ултыртып стерилизовать итәбеҙ, 1 литр банка 15. минут. Тубырсыҡтарҙан варенье ла ҡайнатып була. Еләк һымаҡ мәҫәлән, бҽр нисә тапҡыр ҡайнатып һыуытһың.
Иҫке Сибай.
Ылыҫлы үҫемлектәр вирустар һәм бактериялар менән көрәшеү өсөн файҙаланыла. Бронхит, пневмония, астма һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы ваҡытында ҡулланырға кәңәш итәләр. Әллә ҡайҙан йәлеп иткән хуш еҫе организмдың тонусын арттыра, ауырыуҙарға ҡаршы торорға ярҙам итә. Составындағы танин тигән матдә ҡан тамырҙарына файҙалы, инфаркт, инсульт ауырыуҙарын булдырмауҙы иҫкәртә. Тағы ла теш, баш, быуын ауыртҡанда ла киң ҡулланыла.
Фото:edimdoma.ru