+22 °С
Ямғыр


Әҙерләү ваҡыты: 5 сәғәт 30 минут.
Кәрәк: 500 г еләк, 1 лимон, 80 г бал.
Әҙерләү тәртибе:
Йыуылған һәм үләндәрҙән таҙартылған еләкте блендер менән иҙәләр. Иҙмәләге ваҡ һөйәктәрҙән ҡотолор өсөн, уны иләк аша үткәрәләр.
Бал менән лимон һутын болғағас, иҙмәгә ҡушалар һәм яҡшы итеп бутайҙар. Массаны бейек булмаған контейнерға ҡойоп, 5 сәғәткә туҡдыртғысҡа ҡуялар. Сәғәт һайын болғап торорға кәрәк. 5 сәғәттән шәрбәт әҙер!