+4 °С
Болотло
Әҙерләү ваҡыты: 40 минут.
Кәрәк:
1 һуған, 1 кишер, 6—7 картуф, 100 г сыр, 0,5—1 л һыу, көнбағыш майы, тоҙ.
Әҙерләү тәртибе:
Ваҡ итеп туралған һуғанды, ҡырғыстанүткәрелгән кишерҙе көнбағыш майында ҡыҙҙыралар. Артабан туралған картуфты, ҡайнар һыуҙы (ни тиклем әҙерәк, шул тиклем аш ҡуйыраҡ килеп сыға), тоҙҙо ҡушып, бешкәнсе утта тоталар. Һарымһаҡ, куркума өҫтәргә була. Ашҡа туралған сыр һалып, ирегәнсе ҡайнаталар. Блендер менән иҙгәс, аш әҙер!