Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
3 Июль 2023, 14:49

Балан ҡатығы

Балан яратыусыларға беҙҙең өләсәйҙәрҙән ҡалған бер-нисә рецепты тәҡдим итәм.

Балан ҡатығы
Балан ҡатығы
Балан яратыусыларға беҙҙең өләсәйҙәрҙән ҡалған бер-нисә рецепты тәҡдим итәм.
Балан ҡатығы – ул беҙҙең бала саҡ ризығы. Балан ҡатығы һуғыш йылдарында иң ҡиммәтле ризыҡтарҙың береһе булып торған. Беҙҙең өләсәйҙәр, әсәйҙәр атайҙарыбыҙ һуғыштан ҡайтыуға балан ҡатығы әҙерләп ҡуйғандар. Баланды талғын ғына мейестә оҙаҡ итеп бешергәндәр. Өҫтө ҡамыр менән ябылған суйын сүлмәктәге балан шулай сәғәттәр буйына бығып ултыра. Шунан һөҙөп, балан ҡатығы яһағандар. Уны тар ғына ауыҙлы йоморо балсыҡ көршәктә һаҡлағандар.
Өрөклө балан һыуы – бешкән балан һыуына кипкән өрөк һалып, бер нисә көнгә ҡараңғы урынға томалап ултыртып ҡуяһың. Өрөк менән балан бер-береһенең тәмен үҙенә һеңдереп, иҫ киткес тәмле лә, файҙалы ла эсемлек килеп сыға.
Балан һөйәген дә ташламаған беҙҙең өләсәйҙәр. Уны киптереп, килегә һалып төйгәндәр. Шунан онталған балан һөйәгенә ниндәй ҙә булһа берәй еләк ҡушып, ләүеш йәки асыҡ ауыҙға эслек итеп ҡулланғандар. Әйткәндәй, балан һөйәгенең онтағы йөрәккә бик файҙалы.
Балан ҡағынан рулет. Баландан ҡаҡ ҡойоп, бер аҙ киптереп алғас, өҫтөн бал менән йөҙләйҙәр. Шунан тигеҙ генә итеп ҡаймаҡ йәки аҡ май яғып сығаһың да рулет итеп төрәһең. Рулетты шулай уҡ ҡаймаҡ һәм шәкәр ҡушылған эремсек менән дә эшләргә мөмкин. Бер аҙ ҡатһын өсөн һалҡын урынға ҡуйып торорға кәрәк. Рулетты йоҡа ғына итеп телеп табынға ҡуялар.
 
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Автор:
Читайте нас: