Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
5 Июль 2023, 14:11

ЭСЛЕ КӘТЛИТ

КӘРӘК: 1/3  стакан һөт, ярты стакан он, 1 аш ҡалағы аҡ май, 2 йомортҡа, 50 г сыр, 300 г фарш, тоҙ, борос, икмәк киҫәге.

ЭСЛЕ КӘТЛИТ
ЭСЛЕ КӘТЛИТ

ӘҘЕРЛӘҮ ВАҠЫТЫ: 1 сәғәт.

 

КӘРӘК: 1/3  стакан һөт, ярты стакан он, 1 аш ҡалағы аҡ май, 2 йомортҡа, 50 г сыр, 300 г фарш, тоҙ, борос, икмәк киҫәге.

 

ӘҘЕРЛӘҮ ТӘРТИБЕ:

Фаршҡа бер телем икмәк, тоҙ, борос ҡушып бутайҙар. Эслекте ҡырғыстан үткәрелгән бешкән бер йомортҡа һәм сырҙы, аҡ майҙы, тоҙҙо, боросто бергә ҡушып әҙерләйҙәр. Бер аш ҡалағы фарштан йәймә эшләйҙәр, уртаһына эслек һалып, түңәрәк әүәләйҙәр.

Кляр өсөн һөттө туҡып, йомортҡа, он, тоҙ, борос ҡушалар (шыйыҡ ҡаймаҡ һымаҡ килеп сыға). Кәтлиттәрҙе клярға манып, табала ике яҡлап ҡыҙҙыралар.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: