Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
20 Июль 2023, 10:41

Бөгөн - Халыҡ-ара торт көнө

Һөйөүгә, мөхәббәткә сорналғандар әллә ҡайҙан балҡып, күренеп тора. Ҡояш яҡтыһын болот ҡына ҡаплай алмағандай, уларҙы ла, әйтерһең, донъя мәшәҡәттәре, көндәлек ығы-зығы борсомай. Шундайҙарҙың береһе — торт бешереүсе оҫта ЗӨЛФИӘ ВӘЛИЕВА тормошоноң ниндәй яғын ҡараһаң да, матурлыҡ, нур табыла...

Бөгөн - Халыҡ-ара торт көнө
Бөгөн - Халыҡ-ара торт көнө

Эҫе йәйге көн. Ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙыра. Дүрт йәшлек Зөлфиә үҙенән өс һәм биш йәшкә өлкән ағалары менән рәхәтләнеп тышта уйнай. Әсәһе менән атаһы эштә булғас, “күләгәлә генә уйнағыҙ”, “эҫе төшкәс тышҡа сығырһығыҙ” тип әйтеп тороусы юҡ, күңелдәре булғансы йүгерешәләр, шаяралар. Бер заман Зөлфиә үкереп илап ебәрә. Бите, ҡулдары ҡояшҡа янып, әсетә башлаған икән. Тоҙло күҙ йәштәре сикәһен тағы ла нығыраҡ өтә. Ағалары тымыҙа алмағас, күп уйлап тормай, өс саҡрым алыҫлыҡта йәшәгән өләсәйе менән олатаһына алып барырға була. Юлға сығыр алдынан, һеңлеләрен хәстәрләп, ҡалын кофта ла кейҙерәләр, йәнәһе, ҡулдарын ҡояштан һаҡлайҙар. Уны күләгәле ерҙән генә атлаталар. Күләгә булмаһа, үҙҙәре менән ышыҡлайҙар. Берҙән-бер һеңлеләрен имен-аман алып барып еткерәләр. Өләсәләре инде ҡыҙҙың бит-ҡулдарына ҡатыҡ һөртөп, тынысландыра. Зөлфиәнең ошо хәтирәһе генә ни тиклем бәхетле баласаҡ кисереүе тураһында һөйләй!

Зөлфиә Баймаҡ районы Темәс ауылында Әлфиә менән Әхмәҙи Әминевтар ғаиләһендә өсөнсө бала булып тыуа. Хәстәрлекле ике ағаһы уны һәр саҡ ҡарап, һаҡлап, ҡурсалап йөрөй. Ата-әсәһе лә бер бөртөк ҡыҙҙарын иркәләтеп кенә үҫтерә.

Мәктәп йылдарында Зөлфиә төрлө сараларҙа, спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша. Тырышлығы бушҡа булмай — яратҡан уйыны баскетбол буйынса "Иң яҡшы уйынсы", полиатлон буйынса район беренселегендә призлы урындар яулай. Спорт менән шөғөлләнеп, уҡыуын да ҡалдырмай. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлай. Артабан Зөлфиә бала саҡтан күрергә хыялланған Санкт-Петербург ҡалаһында уҡырға инә. Атаһы агроном булғас, уның кеүек "Ер төҙөлөшө һәм кадастр" факультетын һайлап, аграр университеттың бакалавр һәм магистратураны уңышлы тамамлай.

Санкт-Петербургта ла Зөлфиә яратҡан шөғөлөн — спортты ташламай. Полиатлон, саңғы, баскетбол ярыштарында уҡыу йорто исеменән сығыш яһай. Питерҙа һәм Өфөлә үткән “Һылыуҡай” конкурстарында көсөн һынай. Ҡыҫҡаһы, бар яҡлап әүҙем тормош алып бара.

 Санкт-Петербургта буласаҡ тормош иптәше Азамат менән таныша. Ул да шул ҡалала уҡып, эшләп йөрөгән була. Аралаша торғас, күрше райондарҙан икәндәре асыҡлана: Азамат — Әбйәлил районы Ишҡол ауылы егете. Тәрбиәле, ҡыйыу, тура һүҙле, ышаныслы кеше тиҙ арала Зөлфиәнең йөрәген яулай. Ғашиҡ булған йәштәр, эште оҙаҡҡа һуҙмай, тиҙҙән өйләнешә. “Азамат минең — төп тянысым, терәгем”, — ти Зөлфиә тормош иптәше тураһында.

 Башта йәш ғаилә төньяҡ башҡалала төпләнә. Тиҙҙән, бәхеттәрен арттырып, донъяға ҡыҙҙары Лилиә тыуа. Әммә тыуған тупраҡ тарта тигәндәй, Зөлфиә менән Азамат Башҡортостанды һағынып, кире ҡайтырға була. Өфөлә улар фатир алып, һин дә мин донъя көтөп алып китә. Бында икенсе ҡыҙҙары тыуа. Уға Ләйсән тип исем бирәләр.

Әлеге ваҡытта ҡыҙҙарына дүрт һәм ике йәш. Шундай алсаҡ, шуҡ, уңған, тәртипле ҡыҙҙар яҡындарын ҡыуандырып үҫеп килә. Йәш ата-әсә, әлбиттә, балаларына яҡшы тәрбиә биререгә ынтыла. Бының өсөн иң тәүҙә үҙеңде тәрибәләргә кәрәк, тип иҫәпләйҙәр. Ни тиһәң дә, балалар ата-әсәһенән үрнәк ала. Лилиә менән Ләйсән бәләкәс кенә булыуҙарына ҡарамаҫтан, әсәләренә бешеренергә лә ярҙам итә. Зөлфиә улар менән бергә бешергән мәлдәрен видеоға төшөрөп, интернет селтәрендә һалып бара. Үҙенә күрә бер иҫтәлек!

“Декрет ялына сыҡҡас, бөтә йәш әсәйҙәр кеүек өйҙә тик ултырыу ялҡыта башланы, — тип һөйләй Зөлфиә торт бешерә башлауы хаҡында. — Баланан, ғаиләнән тыш нимә менәндер шөғөлләнге килә ине. Шул ваҡытта торттар менән бәйле бер курс күреп ҡалдым. Уға тиклем бөтөнләй торт бешерә белмәй инем, үҙемде һынап ҡарарға булып, яҙылдым да инде. Тормош иптәшемә генә әйттем, ул һәр ваҡыттағыса ризалығы менән ҡуша аҡсаһын да бирҙе. Яйлап-яйлап өйрәнеп алдым. Тәүҙә булған ғаилә байрамдарына бешерҙем. Унан инде дуҫтар-яҡындар һорай башланы. Шулай итеп, күп тә үтмәй, заказға ла бешерергә тотондом”.

Магазинда һатылған торттар бөтәһе лә бер иш итеп етештерелә. Ә Зөлфиәнең һәр тәмлекәсе үҙенсәлекле. Мәҫәлән, балаға торт әҙерләгәндә, тик уның ғына теләктәрен үтәй. Иң яратҡан йәнһүрәттәренең геройҙары менән биҙәй, баланың күңеленә ятҡан төҫтәр ҡуллана. Ундай торт берәү генә була һәм байрамға ҡабатланмаҫлыҡ йәм өҫтәй. Бынан тыш, Зөлфиә билдәләүенсә,  заказға эшләгән торттарҙа тәбиғи булған ризыҡтар ғына ҡулланыла.

Бер нисә уҡыуҙар үтеп, дүрт йыл ярым бешереү тәжрибәһен туплағас, Зөлфиә үҙе лә онлайн курстар үткәрергә була. Унда был йүнәлештә эшләргә теләүсе, нимәнән башларға белмәгән ҡыҙҙар-егеттәр уҡый ала. “Марафон артыҡ ҡиммәт түгел, — ти Зөлфиә, — ни бары кондитерҙан алған бер торт хаҡы”. Курстарында ул өс иң популяр тортты бешерергә өйрәтә. Уларҙы нисек төрлөләндереп биҙәргә була икәнен дә күрһәтә. Хатта бүләктәр ҙә ҡаралған: бер юлы чизкейк һәм капкейктар бешереү серҙәрен аса.

Киләсәккә Зөлфиәнең уй-хыялдары ябай ҙа, матур ҙа: ауырлыҡтарға бирешмәҫкә, алдына ҡуйған маҡсаттарға ирешеп, ғаиләһе  менән бөгөнгөләй татыу, матур итеп йәшәргә. Торттар бешереүен яңы кимәлгә сығарырға тигән теләге лә бар. Кем белә, бәлки, киләсәктә Зөлфиәнең кондитер магазинына килеп, тәмле-татлыларҙы ауыҙ итербеҙ әле.

 

Заһиҙә МУСИНА.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: