-19 °С
Ясна
"Бер көн алда сөсө ҡатыҡ ойотаһың (6-8 л кәстрүл менән). Иртәгәһенә 10 л обратты ҡайнатырға ултыртаһың. Сөсө ҡатыҡҡа бешкән майҙың айранын, 1-2 йомортҡа һытып ҡатыҡты болғайһың. Һөт ҡайнау хәленә етеп килһә, ҡатыҡты һөткә ҡояһың. Һөт эреп, эремсек кәпәсләнеп өҫкә ҡалҡып сыға. Эремсекте болғамайһың. 7-8 л һыуын алаһығыҙ. Утты яйға ҡуйып, талғын утта көнө буйы, эремсек ҡыҙарғансы, ҡайнатаһың. Әҙер булһа, тәмле булып еҫе сығып китә. Әҙер эремсекте алып, һарҡытырға ҡуяһың. Иртәгеһенә үткәреп, үҙегеҙгә нисек кәрәк - май, шәкәр ҡушып - йомғаҡлап алаһығыҙ. Эремсек әҙер. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын, ҡыҙҙар!"