-2 °С
Ҡар
Йәзилә Күсәрбаева:
Ҡамыры үҙе йомшаҡ, үҙе тәмле, үҙе кетерләп кенә тора! Һеҙ һораған бәлештең рецебын ҡабат ҡуям:
ҠАМЫР: ярты стакан йылы һыу + ярты стакан һөт + ярты стакан көнбағыш майы + 3 ҡалаҡ майонез + 1 балғалаҡ тоҙ + он = йомшаҡ ҡына итеп баҫабыҙ.
Бер ниндәй әсетке лә, сода ла кәрәкмәй
ЭСЛЕК: фарш + бәрәңге + ҡаҙ майы + һуған + тоҙ + борос = барыһын да турап, бергә болғайбыҙ
Өсмөйөш итәһегеҙме, ваҡ бәлешме - ҡалайтһағыҙ ҙа - шәп! Ашауҙан башҡаға эшкинмәй!
180 градуслы мейестә 40-45 минут бешерергә лә, яҡындар менән бергә, донъя именлегендә рәхәтләнеп, ашарға!
Барығыҙ ҙа һау-сәләмәт булығыҙ, йөрәккәйҙәрем