-2 °С
Ҡар
Ҡамыр баҫыу өсөн:
▪️400 г он
▪️120 г маргарин
▪️100 г шәкәр
▪️2 йомортҡа
▪️1 балғалаҡ ҡабартҡыс(разрыхлитель)
Эслек өсөн:
▪️250 г еләк
Өҫтөн йөҙләү өсөн:
▪️200 г ҡаймаҡ
▪️100 г шәкәр
▪️2 йомортҡа
▪️2 ҡалаҡ он кәрәк буласаҡ.
Әҙерләү :
▪️Башта йомортҡаны шәкәр менән ҡушып туғыйбыҙ.
▪️Маргаринды иретеп бер аҙ һыуытырға ҡуябыҙ. Шунан йомортҡа менән бергә ҡушып бутайбыҙ.
▪️Ҡабартҡысты онға һибеп йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.
▪️Бәлештең өҫтөн йөҙләү өсөн йомортҡаны шәкәр менән ҡушып туғыйбыҙ.
▪️Ҡамырҙы табаға йәйеп һалабыҙ ҙа өҫтөнә еләк һалабыҙ һәм өҫтөн туҡылған шәкәрле йомортҡа менән йөҙләйбеҙ.
▪️Бәлеш духовкала (200 градус С), 35 минутта бешеп сыға.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Сығанаҡ: "Башҡортса хикәйәләр" каналы