-2 °С
Ҡар
ӘҘЕРЛӘҮ ВАҠЫТЫ: 2 сәғәт.
КӘРӘК: 400 г минтай, 150—180 г ҡаймаҡ, 100 г маринадланған (тоҙло — бармай) ҡыяр, укроп, ярты балғалаҡ кипкән һарымһаҡ, тоҙ, борос.
ӘҘЕРЛӘҮ ТӘРТИБЕ: Минтайҙы таҙалағас, уртаса киҫәктәргә бүләләр. Тоҙ, борос ҡушҡас, формаға һалалар. Маринадланған ҡыярҙы ваҡ ҡырҡыстан үткәрәләр, укропты турайҙар. Ҡаймаҡ, кипкән һарымһаҡ, укроп һәм ҡыярҙарҙы бергә ҡушып, бутайҙар. Минтай өҫтөнә ҡаймаҡлы соусты ҡойғас, өҫтөн ябып, 1—1,5 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуялар. 180—190 градусҡа йылытылған мейәстә 30-35 минут бешерәләр.