+1 °С
Ҡар
ӘҘЕРЛӘҮ ВАҠЫТЫ: 50 минут.
КӘРӘК:
Эслек өсөн: 150 г йәшел һуған, 4 йомортҡа, 100 г сыр, тоҙ, 1 аш ҡалағы ҡаймаҡ (теләк буйынса). Ҡамыр өсөн: 3 йомортҡа, 250 г ҡаймаҡ, ярты балғалаҡ йомшартҡыс (разрыхлитель), 100 г он, тоҙ.
ӘҘЕРЛӘҮ ТӘРТИБЕ: Эслек өсөн йәшел һуғанды, бешкән йомортҡаларҙы ваҡ итеп турағас, ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы, тоҙ һәм ҡаймаҡ ҡушып, бутайҙар.
Йомортҡаны, тоҙҙо, ҡаймаҡты бергә ҡушҡас, йомшартҡыс менән буталған ондо өҫтәп, шыйыҡ ҡына ҡамыр баҫалар. Ҡамырҙың яртыһын формаға ҡойғас, эслек һалалар һәм өҫтөнә ҡалған ҡамырҙы ҡоялар.
180 градусҡа тиклем йылытылған мейестә 3. — 45 минут бешерәләр.