-2 °С
Ҡар
Бүздәк районында 140 килограмлыҡ бәлеш бешергәндәр. Төрөш һәм Сәүәҙебаш ауылы хужабикәләренә ҙур бәлеште әҙерләү өсөн 15 килограмм он, 40 килограмм картуф һәм 20 килограмм ит кәрәк булған. Махсус сығарылған оло мейестә бешкән бәлеште тантаналы рәүештә киҫеп, "Бәлешфест" фестивале ҡунаҡтарын һәм ҡатнашыусыларын да һыйлағандар.
Фото: Ильнур Игдиев