ӘҘЕРЛӘҮ ВАҠЫТЫ: 1 сәғәт 40 минут.
КӘРӘК: (яҡынса 10 порцияға) 3 кг сөгөлдөр, 1 кг һуған, 1 кг кишер, 1 кг болгар боросо, 2 кг томат, 250 г шәкәр, 500 мл көнбағыш майы, 3 аш ҡалағы тоҙ, 125 мл аш һеркәһе.
ӘҘЕРЛӘҮ ТӘРТИБЕ:
Йәшелсәләрҙе йыуалар һәм әрсейҙәр. Һуған менән боросто турайҙар, кишер менән сөгөлдөрҙө ҡырғыстан үткәрәләр, томатты йә турайҙар йә ит үткәргәстән үткәрәләр (томат урынына томат пастаһын һалырға була — 0,5 л + 0,5 л һыу).
Ҡаҙанда тәүҙә һуғанды, шунан уға кишерҙе өҫтәп ҡыҙҙыралар. Артабан боросто ҡушалар һәм йомшарғансы шулай уҡ ҡыҙҙыралар. Иң аҙаҡ сөгөлдөрҙө ҡушып, болғайҙар. Ҡапҡас менән ябып, утты кәметеп, 15 — 20 минут тоталар. Артабан томат, тоҙ, шәкәр, аш һеркәһе ҡушалар. Тағы ла 30 минутҡа талғын утта ҡалдыралар.
Банкаларҙы (0,5 л банка бер кәстрүл ашҡа етә) стерилләйҙәр. Эҫе массаны банкаларға һалып, ҡапҡасын ябып, баштүбән ҡуялар. Йылы ерҙә һыуынғанса тоталар.