Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
14 Сентябрь 2023, 16:09

Ҡомалаҡ сүпрәһен нисек һаҡларға?

Туңдырғыста һаҡларға яраймы? 

Ҡомалаҡ сүпрәһен нисек һаҡларға?
Ҡомалаҡ сүпрәһен нисек һаҡларға?

 Ҡомалаҡтан сүпрәне нисек эшләргә?

Сүпрә эшләү өсөн, өс литрлы кәстрүлгә бик күп алмай ғына бер ике ус ҡомалаҡ һалып ҡайнатабыҙ, талғын утта бер сәғәт тирәһе ҡайнатҡас, өлкәнерәк һауытҡа һыуын иләк аша һөҙәбеҙ, ҡайнар һыу өҫтөнә яйлап он һала һала болғатабыҙ, ойоштормайбыҙ,шулай бер ике стакан тирәһе он етәлер күберәк булмаһын оно ныҡ ҡуйы булмаһын, шулай йылымыс булғансы болғатабыҙ унан бер ике аш ҡалағы сүпрә һалып яҡшылап болғатып өҫтөн ябып урап йылы урынға ултыртабыҙ.Кистән әҙерләп ултыртһаң иртәнгә әҙер була (Танзиля Атнагулова рецебы)

 

Нисек һаҡларға? 

Ҡайнатҡас, кискелеккә көрпә (отруби) менән ҡамыр кеүек баҫалар, иртәнсәк йәйеп һалып киптерәләр. Иҫкермәй ҙә,оҙаҡҡа етә. Тотонор алдынан йылымыс һыуҙа ебетеп алаһың. Ә инде туңдырғыста һаҡлаһаң, көсө бөтә. 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: