Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Аш-һыу
9 Октябрь 2023, 06:56

ЙОМОРТҠА МЕНӘН ҺУҒАНДАН БӘЛЕШ

Йәшел һуғанды, бешкән йомортҡаларҙы ваҡ итеп турағас, ҡырғыстан үткәрелгән сыр, тоҙ һәм ҡаймаҡ ҡушып, бутайҙар...

ЙОМОРТҠА МЕНӘН ҺУҒАНДАН БӘЛЕШЙОМОРТҠА МЕНӘН ҺУҒАНДАН БӘЛЕШ
ЙОМОРТҠА МЕНӘН ҺУҒАНДАН БӘЛЕШ

ӘҘЕРЛӘҮ ВАҠЫТЫ: 50 минут.

 

КӘРӘК:

Эслек өсөн: 150 г йәшел һуған, 4 йомортҡа, 100 г сыр, тоҙ, 1 аш ҡалағы ҡаймаҡ (теләк буйынса). Ҡамыр өсөн: 3 йомортҡа, 250 г ҡаймаҡ, ярты балғалаҡ йомшартҡыс (разрыхлитель), 100 г он, тоҙ.

 

ӘҘЕРЛӘҮ ТӘРТИБЕ: Эслек: йәшел һуғанды, бешкән йомортҡаларҙы ваҡ итеп турағас, ҡырғыстан үткәрелгән сыр, тоҙ һәм ҡаймаҡ ҡушып, бутайҙар.

Ҡамыр: Йомортҡаны, тоҙҙо, ҡаймаҡты, ҡушып, бутайҙар.  Йомшартҡыс менән буталған ондо өҫтәп, шыйыҡ ҡына ҡамыр баҫалар. Ҡамырҙың яртыһын формаға ҡойғас, эслек һалалар һәм өҫтөнә ҡалған ҡамырҙы ҡоялар. 180 градусҡа тиклем йылытылған мейестә 35—45 минут бешерәләр.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас