Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Аш-һыу
13 Октябрь 2023, 05:14

Ҡабаҡтан смузи рецептары

Файҙалы эсемлектәр еңел генә эшләнә.  

Ҡабаҡтан смузи рецептарыҠабаҡтан смузи рецептары
Ҡабаҡтан смузи рецептары

Ошоға тиклем мин ҡабаҡты һанға һуҡмай инем, ашау өсөн ҡулланғаным булманы. Быйыл Нәзир улым, баҡсасылыҡ менән ҡыҙыҡһынып, өләсәһендә ҡабаҡ, патиссон үҫтерҙе. Улымдың хеҙмәт емешен әрәм итмәҫ өсөн, ҡабаҡтан еңел генә эшләнә торған смузи рецептары эҙләп алып, эшләп ҡараным. Бик тәмле һәм файҙалы булды. Бәлки, һеҙгә лә оҡшар.

1) Ҡабаҡ 150 г, хөрмә 2 шт., лимон һуты 2 аш ҡ., апельсин һуты 0,2 л, ванилин.

2) Ҡабаҡ 500 г, банан 1-2 шт (тәм буйынса), 2 әфлисун һуты, һыу теләгәнсә, бал/шәкәр тәм буйынса, ваҡланған корица 0,5 ч. л., ваҡланған имбирь 0,25 ч. л. (теләк буйынса).

3) 100 грамм сей ҡабаҡ, 2 өлгөргән банан, 2 урта алма, 1 ҡалаҡ ряженка. Йәшелсә- емештәрҙе блендер менән иҙегеҙ, ряженка ҡушығыҙ.

4. 200 грамм сей ҡабаҡ, 1 урта кишер, 3 урта алма, 1 стакан йогурт йә кефир, 1 аш ҡалағы бал.

5. 200 грамм ҡабаҡ, 1-2 стакан һөт, 2 өлгөргән банан, 1/4 стакан геркулес, корица, ванилин, ваҡланған мускат сәтләүеге, бал йәки шәкәр.
Бик ябай һәм тиҙ әҙерләнә. Беҙгә бөтә ингредиенттарҙы блендерҙа иҙергә һәм тәмләп ашарға ғына ҡала!!!
Аштарығыҙ тәмле һәм файҙалы булһын!!!

 

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-222609844_11?access_key=fda6f349cea8fe2e9a

Автор:
Читайте нас