Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Аш-һыу
19 Октябрь 2023, 11:14

Нисек һеҙгә бындай ысул?

Лилиә Рәмил ҡыҙы ҡоймаҡты ошолай ҡойорға кәңәш итә. 

Нисек һеҙгә бындай ысул?Нисек һеҙгә бындай ысул?
Нисек һеҙгә бындай ысул?

"Воцапҡа ҡуйған инем был фотоларҙы, күп кенә отзывтар килде. Бында ла ҡуйып китәйем әле. Белгәндәр ҙә күптер, ләкин белмәгәндәр ҙә барҙыр. Ҡоймаҡҡа иҙмәне әҙерләгәс, бына ошолайтып, шешәгә ҡойоп ҡоймаҡ бешереүе уңайлы ғына. Юғиһә, кәстрүл, йәки башҡа һауыттың сите - башы ҡатып бөтә бит, ҡоймаҡ ҡойоп бөткәнсә. Ә былай таҙа ла, тиҙ ҙә була. Бик уңайлы!????
Һәм шулай уҡ ҡоймаҡ иҙмәһен шешәгә ҡойоп туңдыдрып ҡуйырға була. Кәрәк саҡта кистән туңдырғыстан сығарып ҡуяһың да, балаң мәктәптән, ирең эштән ҡайтыуға тиҙ генә ҡоймаҡ ҡояһың)))
Файҙалы кәңәш булып сыҡһа, мин шат булырмын. Ихтирам менән, Лилиә Рәмил ҡыҙы!????????
Өй йылыһы - ҡатын - ҡыҙҙан, йылы булығыҙ!????????" - Лилия Шаһиғәлинә.

 

Сығанаҡ: https://vk.com/wall275910365_4654?access_key=9837685fd7feb543b4

Автор:Загида Мусина
Читайте нас