

Быйыл бәшмәле йыл, шөкөр
Әле һаман аҡ бәшмәк йыябыҙ.
Мин ябай ғына рецепт менән ҡышҡа әҙерләйем.
Бәшмәктәрҙе иң тәүҙә бешереп алам. Шунан һарҡытып, һыуыҡ һыуҙа йыуып алам.
Рассол әҙерләйем, бәшмәктең самаһына ҡарап кәстрүлгә һыу ҡоям, тоҙ, шәкәр, лавр япрағы, түңәрәк ҡара борос, түңәрәк еҫле борос, һыуҙы ҡайнатып алам да, шунда бәшмәктәрҙе һалып бер 15 мин тирәһе ҡайнатып алам. 5 минут һүндерергә ҡалһа уксус һалам.
Шунан стерилленгән банкаларға һалып ҡапҡаслап ҡуям.
Бәшмәктәр бик яҡшы һаклана.
Р/s ошондай пропорция булырға тейеш: 1 кг бәшмәккә 1л һыу, 1аш ҡалағы тоҙ, 2аш ҡалағы шәкәр, 1аш ҡалағы уксус.
Әммә мин русса әйтмешләй " на глаз" эшләйем????
Ә һеҙ ниндәй рецепттар ҡулланағыҙ?
Мөмкин булһа бүлешеп үтегеҙ.
Наилә Ишкилдина.
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-216136187_331