Шоңҡар
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
7 Ноябрь 2023, 13:59

ҠАЙМАҠЛЫ ЖЕЛЕ

Был ризыҡты кем нисек эшләй?

ҠАЙМАҠЛЫ ЖЕЛЕ
ҠАЙМАҠЛЫ ЖЕЛЕ

ӘҘЕРЛӘҮ ВАҠЫТЫ: 1, 5 сәғәт.

 

КӘРӘК: 30 г желатин, 500 мл ҡаймаҡ, 100 мл һыу, 150 г шәкәр, 150 г һөйәкһеҙ сейә, ванилин (теләк буйынса).

 

ӘҘЕРЛӘҮ ТӘРТИБЕ:

Желатинға һыу ҡойоп, 30 минут тирәһенә ҡалдыралар. Ҡаймаҡҡа шәкәр менән ванилин ҡушып бутайҙар. Желатинды һауыты менән йылы һыуға ҡуйып, иретәләр. Ирегән желатинды һөҙгөс аша ҡаймаҡҡа ҡушалар һәм яҡшы итеп бутайҙар. Массаны формаларға ҡойоп, һөйәкһеҙ сейә һалалар. 30 — 45 минут тирәһенә һыуытҡысҡа ҡуйып алғас, әҙер була.

Автор:
Читайте нас: