Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
13 Ноябрь 2023, 10:48

Ҡош теле

Майҙы үтә ныҡ ҡыҙҙырмағыҙ. Юғиһә, ҡош теле ҡаты һәм көйгән булыр...

Ҡош теле
Ҡош теле

2 йомортҡа
4 аш ҡалағы шәкәр
100 гр һөт
2 аш ҡалағы аҡ май
400 г он
1 стакан үҫемлек майы
Он менән йомортҡаны ҡушып болғатығыҙ. Был ваҡытта аҡ майҙы иретеп, шәкәр менән ҡушығыҙ. Шәкәр ирергә тейеш. 
Майлы-шәкәрпле иҙмәне онло ҡатнашмаға ҡушып болғатығыҙ ҙа, һөт ҡойоғоҙ. Хәҙер инде ҡамыр баҫырға сират етте. 
Әҙер ҡамырҙы йоморлап һыуытҡысҡа тығып тороғоҙ. 15 минуттан һуң ҡамырҙы йоҡа ғына итеп йәйегеҙ. 
Йәймәне шаҡмаҡлап турағыҙ. Һәр оҙонса шаҡмаҡтың уртаһын ҡырҡығыҙ ҙа, шунан бер осон индереп, әйләндереп алығыҙ. 
Тәрән табала май ҡыҙҙырып, шунда бешереп алығыҙ. Ҡыҙара башлау менән һөҙөм ала һалығыҙ. 
Майҙы үтә ныҡ ҡыҙҙырмағыҙ. Юғиһә ҡош теле ҡаты һәм көйгән булыр.

 

Сығанаҡ: ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

Автор:
Читайте нас: