Шоңҡар
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
15 Ноябрь 2023, 11:43

ЙӨҘӨМЛӨ КЕКС

175 г аҡ май, 175 г шәкәр, бер семтем тоҙ, 2 йомортҡа, 175 г йөҙөм...

ЙӨҘӨМЛӨ КЕКС
ЙӨҘӨМЛӨ КЕКС

ӘҘЕРЛӘҮ ВАҠЫТЫ: 2 сәғәт.

 

КӘРӘК: 175 г аҡ май, 175 г шәкәр, бер семтем тоҙ, 2 йомортҡа, 175 г йөҙөм, ½ балғалаҡ йомшартҡыс (разрыхлитель), 240 г он, ваниль шәкәре.

 

ӘҘЕРЛӘҮ ТӘРТИБЕ:

 Майға (бүлмә температураһында булырға тейеш) шәкәр ҡушып, блендер ярҙамында туҡыйҙар. Берәрләп йомортҡа ҡушалар. Йыуылған һәм ебетелгән йөҙөмдө, ваниль шәкәрен, тоҙҙо өҫтәйҙәр. Болғағас, он менән йомшартҡыс ҡушып, ҡамыр баҫалар. Формаларға һалып, 160 градуста 30—45 минут бешерәләр.

 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: