Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
18 Ноябрь 2023, 17:00

ҠАҘ БАУЫРЫНАН ПАШТЕТ

Паштетты 30 минут һыуытҡыста тотҡас, ауыҙ итергә мөмкин.

ҠАҘ БАУЫРЫНАН ПАШТЕТ
ҠАҘ БАУЫРЫНАН ПАШТЕТ

ӘҘЕРЛӘҮ ВАҠЫТЫ: 1 сәғәт.

КӘРӘК: 600 г ҡаҙ бауыры, 1 баш һуған, 1 кишер, 100 мл 15 %-лыҡ сливки, 70 г аҡ май,  көнбағыш майы, тоҙ, ҡара борос.

ӘҘЕРЛӘҮ ТӘРТИБЕ:

20 г аҡ майға 2 аш ҡалағы көнбағыш майы ҡушып, яй утта иретәләр. Майға таҙартылған, йыуылған ҡаҙ бауырҙарын һалып, ике яҡтан да 5—7 минут ҡыҙҙыралар. Теләгәнсә тоҙ һәм борос өҫтәйҙәр. Артабан һөт өҫтө (сливки) ҡойоп тағы ла 12 минут бешерәләр.  

Айырым табала ваҡ итеп туралған һуған менән кишерҙе көнбағыш майында йомшарғансы ҡыҙҙыралар. Ҡыҙҙырылған бауырҙы, кишер-һуғанды блендер ярҙамында иҙәләр. Иҙмәне бер нисә бәләкәй һауытҡа һалғас, һаҡлауы уңайлыраҡ булһын өсөн, өҫтөнә 50 г иретелгән аҡ май ҡоялар. Паштетты 30 минут һыуытҡыста тотҡас, ауыҙ итергә мөмкин.

Автор:
Читайте нас: