Шоңҡар
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
19 Ноябрь 2023, 11:49

АЛМАЛЫ ҠОЙМАҠ

2 йомортҡа, ярты балғалаҡ тоҙ, 2 аш ҡалағы шәкәр, 250 мл ҡатыҡ...

АЛМАЛЫ ҠОЙМАҠ
АЛМАЛЫ ҠОЙМАҠ

 

ӘҘЕРЛӘҮ ВАҠЫТЫ: 40 минут.

 

КӘРӘК БУЛА: 2 йомортҡа, ярты балғалаҡ тоҙ, 2 аш ҡалағы шәкәр, 250 мл ҡатыҡ (кефир), 1 балғалаҡ сода, 200 г манный, 1 алма, 20 г аҡ май, көнбағыш майы.

 

ӘҘЕРЛӘҮ ТӘРТИБЕ:

 

Йомортҡаларҙы, тоҙҙо, шәкәрҙе ҡушып, туҡыйҙар. Кефир, сода, манный өҫтәп бутайҙар һәм ҡаплап, 20 минутҡа ҡалдыралар.

Алманы шаҡмаҡлап турайҙар. Аҡ майҙы ҡыҙғантабала иретәләр, шәкәр өҫтәйҙәр, болғап торалар. Шәкәр эреп бөткәс, алманы  йомшарғансы ҡыҙҙыралар.

Ҡамырҙы көнбағыш майы ҡойолған ҡыҙыу табаға аш ҡалағы менән бер-береһенә йәбешмәҫлек итеп бер нисә урынға һалалар. Түңәрәктәр уртаһына ҡыҙҙырылған алма һалғас, өҫтөнә,  йәнә ҡамыр өҫтәйҙәр. Әсе ҡоймаҡты ике яҡлап ҡыҙҙыралар.

 

Автор:
Читайте нас: