Шоңҡар
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
12 Декабрь 2023, 11:59

Азу

500 г һыйыр ите, 5 баш һуған, 3 тоҙло ҡыяр, 2 аш ҡалағы томат пастаһы...

Азу
Азу

ӘҘЕРЛӘҮ ВАҠЫТЫ: 30 минут.

 

КӘРӘК: 500 г һыйыр ите, 5 баш һуған, 3 тоҙло ҡыяр, 2 аш ҡалағы томат пастаһы, 1 кг картуф, 1 стакан һурпа йә һыу, 3 теш һарымһаҡ, көнбағыш майы, тоҙ, борос, лавр япрағы.

 

ӘҘЕРЛӘҮ ТӘРТИБЕ:

Итте таяҡса рәүешендә ҡырҡалар һәм көнбағыш майында еңелсә ҡыҙҙыралар. Ярым балдаҡ һымаҡ туралған һуғанды өҫтәп йомшарғанса ит менән ҡыҙҙыралар. Томат пастаһын, ваҡ итеп туралған йә ҡырғыстан үткәрелгән ҡыярҙы өҫтәйҙәр, һурпа йә һыу ҡойоп, ҡапҡасын ябып, ит бешкәнсе (яҡынса 15 минут) тоталар. Айырым һауытта нәҙек-оҙон итеп туралған картуфты ҡыҙҙыралар. Картуф беште тигәндә уны итле ҡаҙанға һалалар. Тоҙ, борос, лавр япрағын, иҙелгән йә ваҡ туралған һарымһаҡ ҡушалар. Бешкәнсе утта 5 7 минут тоталар.

 

Автор:
Читайте нас: