0 °С
Ҡар
КӘРӘК: 500 г ҡаҙ (өйрәк) ите, 1 стакан ҡарабойҙай ярмаһы (дөгө, тары ярмалары ла бара), 2 баш һуған, 4 кишер, 1 стакан ҡаймаҡ, тоҙ, тәмләткестәр.
ӘҘЕРЛӘҮ ТӘРТИБЕ:
Ҡаҙ итен турайҙар. Кәстрүлгә иттән саҡ ҡына ташып торған һыу ҡойоп, ярым бешкәнсегә тиклем талғын утта 30 — 40 минут тирәһе тоталар. Шунан туралған кишер, һуған, тоҙ, башҡа тәмләткестәр өҫтәйҙәр. Иң аҙаҡ йыуылған ярманы ҡушалар. Ҡаймаҡҡа бер стакан һыу өҫтәп болғайҙар һәм кәстрүлгә ҡоялар. Ҡапҡасын ябып, бешкәнсе 30 минут тирәһе талғын утта тоталар. Шунан яҡшы итеп болғап, утты һүндерәләр. 10 — 15 минут тирәһе ултырғас, ризыҡ әҙер!