Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
14 Февраль , 12:53

БРАУНИ

100 г ҡара шоколад, 180 г аҡ май, 200 г шәкәр, 4 йомортҡа, 100 г он, 100 г әстерхан сәтләүеге...

БРАУНИ
БРАУНИ

КӘРӘК: 100 г ҡара шоколад, 180 г аҡ май, 200 г шәкәр, 4 йомортҡа, 100 г он, 100 г әстерхан сәтләүеге.

 

ӘҘЕРЛӘҮ ТӘРТИБЕ:

 Ваҡ өлөштәргә бүленгән шоколадты аҡ май менән бер һауытҡа һалып, һауыты менән эҫе һыуға ҡуйып, болғай-болғай, иретәләр. Килеп сыҡҡан массаны бер аҙ һыуытыр өсөн һауытын һыуҙан алалар. Йомортҡаларҙы, 100 г шәкәрҙе әҙләп өҫтәп, миксер ярҙамында йә ҡулдан туҡыйҙар. Әстерхан сәтләүеген ваҡ итеп турайҙар. Шоколадҡа шәкәр, он, сәтләүек һалып, яҡшы итеп болғайҙар. Туҡылған йомортҡаны ҡамырға ҡушалар һәм болғайҙар. Ҡамырҙы формаға ҡойғас, 200 градусҡа тиклем йылытылған мейестә 25 — 30 минут бешерәләр.

Автор:
Читайте нас: