КӘРӘК: 8 эре тарталетка, 180 г тауыҡ ите, 120 г шампиньон, 70 г сыр, 150 г ҡаймаҡ, 150 мл һөт, 40 г аҡ май, 0,5 аш ҡалағы он, 1 аш ҡалағы көнбағыш майы, 1 балғалаҡ кориандр, 1—2 лавр япрағы, тоҙ, борос.
ӘҘЕРЛӘҮ ТӘРТИБЕ: Тауыҡ итен лавр япрағы, кориандр, тоҙ, борос ҡушып бешергәс, ваҡ итеп турайҙар. Шампиньонды йыуып, ваҡ итеп турағас, көнбағыш майында 2—3 минут ҡыҙҙыралар. Бәшмәккә итте ҡушып, тағы ла 3 минут ҡыҙҙыралар. Иретелгән аҡ майға он ҡушып, яҡшы итеп болғайҙар һәм һөт өҫтәйҙәр. Масса ҡуйырғансы 2—3 минут тағы ла яҡшы итеп болғайҙар. Массаға ҡаймаҡ ҡушалар һәм бер минут тирәһе талғын утта йылыталар. Соусҡа тоҙ, борос өҫтәйҙәр. Сырҙы ваҡ ҡырғыстан үткәрәләр. Мейесте 180 градусҡа тиклем йылаталар. Тарталеткаларға тауыҡ ите менән бәшмәк һалғас, өҫтөнә 2-шәр аш ҡалағы соус ҡоялар. Иң аҙаҡ сыр һалалар. Тарталеткаларҙы 15 минутҡа мейескә ҡуялар. Әҙер!