Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
28 Март , 13:26

Эремсек рулеты бешерәйек

250-300 грамм эремсек, 2 стакан он, 2 йомортҡа...

Эремсек рулеты бешерәйек
Эремсек рулеты бешерәйек

Бының өсөн кәрәк була:

250-300 грамм эремсек,
2 стакан он,
2 йомортҡа,
½  стакан шәкәр ҡомо,

250 г аҡ май,
самалап ванилин. 

Йомортҡаның һарыһын айырып алып, 2 ҡалаҡ шәкәр ҡомо менән болғатып һәм йомшартылған аҡ май, иләктән үткәрелгән эремсек, он ҡушырға. Артабан барыһын бергә туғлап, 1 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға.
Ҡамырҙы 4 өлөшкә бүлеп, 1 см ҡалынлыҡтағы йәймәләр йәйергә.
Йомортҡа ағын ҡалған шәкәр ҡомо һәм ванилин менән туғлап, йәймәләрҙе майларға һәм рулет итеп төрөргә.
Рулеттан 2-3 см ҡалынлыҡтағы түңәрәктәр киҫеп, табаға теҙергә һәм 30 минут бешерергә.

Автор:
Читайте нас: