2 ҡуш устай ҡомалаҡты 2 литр самаһы һыуҙа ярты сәғәт самаһы ҡайнатам. Бер ҡуш ус он һалынған һауытҡа, ҡайнап торган ҡомалаҡ һыуын һөҙгөс аша һөҙөп, яҡшы итеп төйөрҙәре бөткәнсе болғатам. Яңы һауған һөт йылыһы тиклем һыуынғас, баш һалам. Баш өсөн алдан ҡайнатҡан сөпрәнән алып ҡалам. Яҡшылап болғатып, йылы итеп уратып утыртам. 10-12 сәғәттән сөпрә әҙер була.
Икмәк әсеткәндә тәүлә баш яһайым. Уның өсөн 2-3 ҡалаҡ (аш ҡалағы) онға , ҡайнап торған һыу ҡойоп , төйөрҙәре бөткәнсе болғатам. Тағы яңы һауған һөт йылыһы һымаҡ һыуынғас , 2-3 аш ҡалағы менән сөпрә һалып, йылыға утыртып ҡуям.
Икмәк бешерергә булһам, бер сүмес (1 литр) самаһы йылы һыуға он һалып , ҡуйы ҡаймаҡ һымаҡ булғансы болғатам , әҙер башты һалып тағы болғатам , урап йылыға утыртып ҡуям .5-6 сәғәт әсегәс, он өҫтәп йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫам , тағы ла урап йылыға ултыртам, ҡабарғас, өлөштәргә бүлеп табаға яһайым . Таба тулғансы тағы ла ҡабартам.шунан әҙер мейестә , 1сәғәт 10 минут тирәһе бешереп алам...????Тәмле булһын.
Минең икмәк әсетеп бешереп алыуға 12 сәғәт тирәһе ваҡытым китә .
Вәсилә өләсәй.