КӘРӘК: ҡамыр өсөн 600 г он, 100 г аҡ май, 2 йомортҡа, 6 аш ҡалағы шәкәр, 2 балғалаҡ әсетке, 250 мл йылы һыу; эслек өсөн 450 г әстерхан сәтләүеге, 4 аш ҡалағы шәкәр, 1 йомортҡа.
ӘҘЕРЛӘҮ ТӘРТИБЕ:
Он менән әсеткене ҡушып, бутайҙар. Майҙы иреткәс, уға йылы һыу ҡойоп, болғайҙар. Айырым һауытта йомортҡаларға шәкәр өҫтәп, май менән һыуҙы ҡоялар ҙа яҡшы итеп бутайҙар. Массаны онға ҡойоп, ҡамыр баҫалар. Ҡамырҙы йылы урында 1 сәғәткә ҡалдыралар. Сәтләүекте блендер йә ит үткәргес ярҙамында ваҡлағас, шәкәр ҡушып бутайҙар. Бер йомортҡаны айырым һауытта туҡығас, яртыһын сәтләүеккә ҡоялар һәм яҡшы итеп бутайҙар. Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, йәйәләр. Ҡамырҙың ситенә 2—3 см етмәй, эслекте һалалар һәм рулет итеп төрәләр. Табаға фольга йәйеп, рулеттарҙы һалалар һәм өҫтәрен йомортҡа менән һөртәләр. Тағы ла ҡалған сәтләүектәрҙе һибергә мөмкин. Табаның өҫтөн ҡаплап тағы 20 минут тирһәнә ҡалдыралар. 180 градусҡа тиклем йылытылған мейестә 40 минут тирәһе бешерәләр.