Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
19 Сентябрь , 09:33

БАТОН

Йылымыс һөткә әсетке менән шәкәр һалып, болғайҙар ҙа 20 минут тирәһенә, күперек барлыҡҡа килгәнсегәсә, йылы урынға ҡуялар.

БАТОН
БАТОН

400 г он, 250 мл һөт, 2 аш ҡалағы шәкәр, 2 аш ҡалағы көнбағыш майы, 2 балғалаҡ ҡоро әсетке, 1 балғалаҡ тоҙ, 1 йомортҡа.

 

ӘҘЕРЛӘҮ ТӘРТИБЕ:

Йылымыс һөткә әсетке менән шәкәр һалып, болғайҙар ҙа 20 минут тирәһенә, күперек барлыҡҡа килгәнсегәсә, йылы урынға ҡуялар.

Әсеткеле һөткә тоҙ, көнбағыш майы ҡушып болғайҙар. Яйлап он һалып, ҡамыр баҫалар ҙа бер сәғәт тирәһенә йылы урынға ҡуялар.

Ҡамырҙы йәйеп, рулет формаһында төрәләр ҙә ҡырҙарын яҡшы итеп йәбештерәләр. Пергамент ҡағыҙы түшәлгән табаға һалып, ҡаплап, 20 минутҡа ҡалдыралар. Ваҡыт үткәс, өҫтөн бысаҡ менән ҡырҡалар. Һөт менән туҡылған йомортҡаны ҡамыр өҫтөнә һөртәләр. 180 градусҡа тиклем йылытылған мейестә 30—40 минут тирәһе бешерәләр.

Автор:
Читайте нас: