Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
26 Сентябрь , 09:22

СЫР МЕНӘН БӘЛЕШ

Төшкә ашҡа - тәмлекәс. 

СЫР МЕНӘН БӘЛЕШ
СЫР МЕНӘН БӘЛЕШ

Ҡамыр өсөн: 0,5 кг он, 250 мл кефир, 80 г аҡ май, 50 мл һыу, 1 йомортҡа, 2 аш ҡалағы шәкәр, 1 балғалаҡ әсетке.

Эслек өсөн: 100 г сыр, 50 г аҡ май, 1 йомортҡа һарыһы.

 

ӘҘЕРЛӘҮ ТӘРТИБЕ: йылы һыуҙа шәкәр менән әсетке эретеп, 15 минутҡа ҡалдыралар. Бүлмә температураһындағы кефирға йомортҡа, иретелгән аҡ май, әсетке менән шәкәрле һыуҙы, тоҙҙо ҡушып, болғайҙар. Әҙләп он һалып, ҡамыр баҫалар. Йылы урынға 1,5 сәғәтҡә ҡалдыралар.

Сырҙы ваҡ ҡырғыстан үткәрәләр. Ҡамырҙы өс өлөшкә бүлеп, йәйәләр. Тәүге йәйелгән өлөшкә май һөртәләр һәм өҫтөнә сырҙың яртыһын һибәләр. Өҫтәнә икенсе ҡатлам итеп тағы бер өлөштө һалалар. Шулай уҡ май һөрткәс, ҡалған сырҙы һалалар. Өсөнсө ҡатлам итеп йәймәне һалғас, ҡырҙарын йәбештеләрәләр. Йылы урында 20 минут тирәһе тотҡас, өҫтөнә йомортҡа һарыһы һөртәләр. 180 градуста 20—25 минут тирәһе бешерәләр.

Автор:
Читайте нас: