ПИДЕ
Ҡамыр өсөн: 400 г он, 250 мл кефир, 3 аш ҡалағы көнбағыш майы, ярты балғалаҡ сода, 1,5 балғалаҡ шәкәр, ярты балғалаҡ тоҙ. Эслек өсөн: 5 картуф, 200 г йәшел һуған, 30 г кинза, 20 г аҡ май, 60 г сыр, тоҙ, тәмләткестәр.
ӘҘЕРЛӘҮ ТӘРТИБЕ:
Картуфты әрсеп, турап, бешерергә ҡуялар. Ҡамыр өсөн кефирға сода, шәкәр, тоҙ һалып болғағас, көнбағыш майы ҡоялар. Он өҫтәп, йомшаҡ ҡамыр баҫалар. Ҡамырҙы таҫтамал менән ҡаплап, ял итергә ҡалдыралар. Бешкән картуфтың һыуын түгеп иҙәләр ҙә туралған кинза менән йәшел һуғанды, тәмләткестәрҙе, ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы, аҡ майҙы өҫтәп, болғайҙар. Ҡамырҙы биш өлөшкә бүлеп йәйәләр. Йәймәне көнбағыш майы һөртөлгән табаға һалалар. Уның эсенә картуф иҙмәһен һалып, кәмәгә оҡшатып ситтәрен йәбештерәләр. 200 градусҡа йылытылған мейестә өҫтө ҡыҙарғансы бешерәләр.
фото: https://ru.freepik.com