-2 °С
Ҡар
ФИН АШЫ
400 г бағыр (форель), 1 кишер, 4 картуф, 250 мл 20 процентлы һөт өҫтө (сливки), тоҙ, борос, лавр япрағы.
ӘҘЕРЛӘҮ ТӘРТИБЕ:
Кәстрүлгә лавр япрағы менән балыҡты һалып, күпреген ала-ала 15 минут тирәһе бешерәләр. Балыҡты һурпанан алып, һөйәк-ҡылсыҡтарынан таҙарталар, итен турайҙар. Ҡайнаған һурпаға туралған картуф һалып бешерәләр. Табала ҡырғыстан үткәрелгән кишерҙе, ваҡ итеп туралған һуғанды аҡ майҙа ҡыҙҙыралар ҙа һурпаға өҫтәйҙәр. Балыҡ, тоҙ, борос һалалар. Иң аҙаҡ һөт өҫтөн ҡойоп, ҡайнағансы утта тоталар. Төрлө йәшел үҫемлектәр ҙә ҡушырға була.