Кисә Өфөлә "Кумпан-Терра" ресторанында Индүсә Арыҫланованың "Башҡорт аш-һыуының иң яҡшы ризыҡтары" китабының исем туйы үтте. Сарала билдәле дәүләт эшмәкәрҙәре, ресторандарҙың етәкселәре, шеф-поварҙар һәм авторҙың яҡындары ҡатнашты. Сараны матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Елена Арямнова асты. Башҡортостан республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Азамат Ғәлин, республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры урынбаҫары Василий Таболин, Өфө ҡалаһының округ хакимиәте башлығы урынбаҫары Әгәрәғим Ҡаһирғәжиев, кулинарҙар, рестораторҙар һәм отельерҙар ассоциацияһы рәйесе Наталья Чибрикина, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Айгөл Әминева был китаптың мөһимлеген билдәләнеләр, сөнки ул республикабыҙҙың ҡунаҡсыллығын тағы бер тапҡыр күрһәтә, өҫтәүенә башҡорт халҡының мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға булышлыҡ итәсәк.
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "КИТАП" нәшриәте баҫтырып сығарған Индүсә Арыҫланованың китаптары хатта тәжрибәле кулинарҙарҙың өҫтәл китабына әүерелде. Улар буйынса хатта йәш хужабикәләр ҙә матур ризыҡтар әҙерләй ала.
Нәшриәт директоры вазифаһын башҡарыусы Эльмира Хәйретдинова билдәләүенсә, был китап презентабель булһын өсөн бик күп кеше йәлеп ителгән, был авторҙың да, нәшриәт хеҙмәткәрҙәренең дә, фотографтың да ҙур хеҙмәте. Китап барыһына ла ҡыҙыҡлы булыр, тип ышанабыҙ.