Шоңҡар
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
9 Август 2025, 17:43

Ҡаҡ ҡойоу серҙәре

Был аҙыҡты эшләп ҡарарға теләүселәр өсөн, ҡарағат, еләк кеүек емеш-еләктәргә мотлаҡ алма ҡушырға тәҡдим итә. Был осраҡта алмалағы пектин ярҙамында әҙерләнгән ҡаҡ һынмай икән.

Ҡаҡ ҡойоу серҙәре
Ҡаҡ ҡойоу серҙәре

Егет кешегә генә түгел, бөгөнгө заманда ҡатын-ҡыҙҙарға ла етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән фекер менән бар яҡлап та оҫта, бөтмөр гүзәл заттар менән яҡынданыраҡ танышҡан һайын нығыраҡ ышанаһың. Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһы гүзәле, әлеге ваҡытта Өфөлә йәшәүсе Динә ҠУЖАБАЕВА тап шундай заттарҙан.

Бөгөнгө көндә файҙалы, боронғо ризыҡтарға өҫтөнлөк биреү модаға ҡабаттан керҙе. Тәмле, витаминдары шул килеш тиерлек ҡалған башҡорт халҡының милли ризыҡтарының береһе ҡаҡты борон туңдырып һаҡларға һыуытҡыстар, ҡайнатма итергә шәкәр ҡомо булмағанлыҡтан, моғайын, ҡойғандарҙыр. Әлеге ваҡытта ла уға иғтибар артты. Динә Ғәзиз ҡыҙы ҡаҡ ҡойоу серҙәренә махсус рәүештә онлайндан уҡып ала. Махсус киптергестәрҙә киптерелгәненә ҡарағанда,  боронғоса туҡмас таҡталарын майлап асыҡ һауала әҙерләнгәненең тәме күпкә айырылыуын күп тапҡырҙар һынап ҡараған. Был аҙыҡты эшләп ҡарарға теләүселәр өсөн, ҡарағат, еләк кеүек емеш-еләктәргә мотлаҡ алма ҡушырға тәҡдим итә. Был осраҡта алмалағы пектин ярҙамында әҙерләнгән ҡаҡ һынмай икән. Йәнә балан, ҡара миләш, хатта кишер кеүек йәшелсәләрҙән дә эшләй. Төрлө сәртләүектәр, етен, мәк кеүек тәмләткестәр ҙә ҡуша. Ҡасандыр был милли ризыҡты үҙенә тәүләп ауыҙ иттергән өләсәһе лә ейәнсәренең үҙ ҡулдары менән эшләгән был аҙыҡты яратҡан. Хатта төндә йоҡлағанда тамағы ауыртып китһә, мендәр аҫтына һалып ҡуйған ҡаҡты әҙләп кенә имеп ятыр булған. Бер быуатҡа яҡын ғүмер кисергән ағинәй халыҡ медицинаһын яҡшы белгән инде.

Һоҡланғыс башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының береһе Динә Ҡужабаева тураһында журналдың етенсе һанында уҡырға була. 

Ҡаҡ ҡойоу серҙәре
Ҡаҡ ҡойоу серҙәре
Автор: Разинә Зайнетдинова
Читайте нас