-8 °С
Болотло
Сентябрь - көҙҙөң уңышҡа иң бай айы. Әле тәмләткес үлән, кишер, татлы борос, помидор кеүек нәмәләрҙе ҡайҙа итергә белмәһәк тә, тиҙҙән уларҙы һатып ала башлаясаҡбыҙ. Ҡышҡылыҡҡа бешергән аҙыҡтарға ҡушыр өсөн тәмләткес әҙерләйек. Һуғанды, татлы боросто, помидорҙы шаҡмаҡлап, йәшел тәмләткес үләндәрҙе ваҡлап турарға, ә кишерҙе ҡырғыстан үткәрергә һәм туңдырғысҡа һалыр өсөн махсус шыптырҙарға һалып туңдырырға мөмкин. Йәйҙең йәмен быҫҡаҡ ямғырлы көҙҙә лә, һалҡын ҡышта ла, хатта йәшел үләнгә баҫҡансы яҙҙа ла тәмләргә-тойорға мөмкин буласаҡ.
Фото интернеттан алынды.