"Һәр кемдең үҙ рецебы барҙыр инде. Мин тәүге ике һауындыҡынан ҡоймайым. Ыуыҙ ҡоймағы өсөн он, тоҙ, саҡ ҡына шәкәр, аш содаһы ҡушам. Оҙағыраҡ көтөргә ваҡыт булһа, саҡ ҡына сөпрә лә һалам. Яңы һауған һөттө яйлап ҡоя-ҡоя ҡоймаҡ туғыйым, йомортҡа һалмайым. Әҙер булғас бер ярты сәғәт ял иттерәм. Әҙ генә үҫемлек майы ҡушып, ҡоя башлайым. Әгәр тәүге ауыҙҙан ҡойорға уйлаһағыҙ, яртылаш йылы һыу менән аралаштырығыҙ, сөнки тәүге ауыҙҙан, ҡоймаҡ ҡаты була", - тип үҙенең рецебы менән бүлешә бер төркөмдәшебеҙ.
Ә һеҙҙең ыуыҙ ҡоймағы өсөн айырым рецебығыҙ бармы? Быйыл ыуыҙҙан ҡойолған ҡоймаҡтан ауыҙ иттегеҙме?
Һүрәттә: Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылы ҡыҙы Әҙилә Буранбаева.