

Уңған хужабикәләрҙең тынғыһыҙ ваҡыты. Көҙгө уңышты әрәм итмәҫ, ҡышын рәхәтләнеп витаминлы ризыҡ ашар өсөн тырыша улар. Шулар араһында, "Макс"та үҙенең "Гүзәл иле" каналында көн дә тиерлек төрлө рецептары, көндәлек тормошо менән яҙылыусыларын үҙенә саҡырып торған Гүзәл Мурзаеваның борщ рецебын тәҡдим итәбеҙ.
"Банкыларҙан өйҙөм тауҙар,
Насип итһен уны ашауҙар.
Күмәкләшеп йыйылышып,
Бала-сағам һәм дә туғандар.
Аллаға шөкөр, быйыл да баҡсабыҙ мул уңышы менән һөйөндөрә. Эшләгән - тешләгән инде. Тыпылдап йөрөһәң, ауыҙың да шапылдар. Емеш-еләк, Йәшелсәләрҙе мәлендә рәхәтләнеп ашап витаминдар ҙа туплайбыҙ, шулай уҡ баҙҙы ла "шыплайбыҙ". Ҡыштың көнө "йылп" итеп кенә төшөп әҙер ризыҡ тотоп сығыуы һәләк күңелле лә.
Бөгөн һеҙҙең иғтибарға аруҡ йылдар ҡулланған борщ рецебын тәҡдим итер инем.
Беҙгә кәрәк буласаҡ:
1 кг сөгөлдөр,
0.5 кг кишер,
0.5 кг һуған,
50 грамм һарымһаҡ,
250 мл шыйыҡ май,
100 мл томат пастаһы,
5 аш ҡалағы 9 процентлы аш һеркәһе,
2 сәй ҡалағы тоҙ,
2 сәй ҡалағы шәкәр,
3 бөртөк лавр япрағы,
10 бөртөк ҡара борос.
Йәшелсәләрҙе ҡырғыс, һуғанды, һарымһаҡты ит турағыс аша үткәреп, һеркәнән башҡа бөтөн ингредиенттарын ҡушып бутап талғын утта ҡайнап сыҡҡандан һуң бер сәғәт бешерәм. Иң аҙаҡ, һеркәне ҡойоп, тағы биш минуттай бешереп алабыҙ ҙа, стерилле банкыларға тултырып, баштүбән түңкәреп, йылы итеп урап ҡуям да вәссәләм.
Аштар тәмле, күңелдәр көр, һау-сәләмәт булайыҡ!",- ти уңған ҡатын. Эшләп ҡарайбыҙмы? Һеҙҙең оҙаҡ йылдар дауамында ҡулланылған ниндәй рецептарығыҙ бар? Комментарийҙарҙа бүлешегеҙ.