Шоңҡар
+13 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығым - байлығым
3 Август 2021, 08:30

Бөгөн - Халыҡ ара ҡарбуз көнө

Шуға ла был көндәрҙә  емеште кинәнеп ашап ҡалырға кәрәк...

Бөгөн - Халыҡ ара ҡарбуз көнө
Бөгөн - Халыҡ ара ҡарбуз көнө

Ғөмүмән, ҡарбуз үтә файҙалы емеш. Ул организмды ғына түгел, бөйөрҙө лә таҙарта. Аҙ ҡанлылылыҡ һәм гипертония менән яфаланыусыларға ҡарбуз ашап дауаланырға кәңәш ителә. Ә инде ҡарбуздың емештәре эстәге ҡорттарҙы ҡыуа. Был кәңәш йортонда бесәй, эт, башҡа хайуандар аҫыраусыларға бигерәк тә ҡағыла. Кипкән емештәрҙе кофе төйөгөстә ваҡлайҙар. 1 өлөш емешкә 10 өлөш һыу һалып болғаталар. Уны көнөнә ике тапҡыр ас ҡарынға берәр стакан эсәләр. Дауаланыу курсы – бер аҙна.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: