Шоңҡар
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Теш щеткаһын нисек һайларға?

Тештәрҙе нисек һаҡларға тигән һорау бик күптәрҙе борсой. Теш табиптары, иң беренсе эш итеп, теш щеткаһын дөрөҫ һайларға кәрәк, тип яуап бирә.

Теш щеткаһын нисек һайларға?
Теш щеткаһын нисек һайларға?

Тештәрҙе нисек һаҡларға тигән һорау бик күптәрҙе борсой. Теш табиптары, иң беренсе эш итеп, теш щеткаһын дөрөҫ һайларға кәрәк, тип яуап бирә. Шуға ла түбәндәге кәңәштәргә күҙ һалығыҙ:
  Теш щеткаһын 3 айға бер тапҡыр
алыштырығыҙ.
  Юғары сифатлы теш щеткаһы ҡатлауҙарға
айырылмай, уның ҡылдары ҡойолмай һәм осһоҙ
ҙа тормай.
  Теш щеткаһын махсус магазиндарҙан йәиһә дарыуханаларҙан алығыҙ.
  Теш щеткаһын һайлағанда тештәрҙең үҙенсәлектәрен иҫәптә тотоғоҙ. Пломбалы тештәр өсөн – уртаса ҡатылыҡтағы (медиум), тештәре, теш ите һиҙгер булғандарға – йомшаҡ (софт), ә сәләмәт тешле кешеләргә ҡаты (хард) щетка һайларға кәңәш ителә.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: