Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығым - байлығым
15 Апрель 2022, 18:39

Өҫтөмдә шайтан бейене...

Өҫтөмдә шайтан бейене...
Өҫтөмдә шайтан бейене...

Ул төндә туғандарымда йоҡларға ҡалғайным. Мине айырым бүлмәгә һалдылар. Төн уртаһында, йоҡо аралаш, янымда кемдер йөрөүен тойоп ҡалдым. Ҡыбырламай, ята бирәм. Кеше тиһәң, аҙымдары оҡшамаған. Урыным тирәһендә бер аҙ өйрөлгәс, баш осома килде. Яҫтығыма һикереп менде һәм мырылдай башланы. Бесәй, тип уйланым һәм еңел тын алдым. Туҡта! Уларҙың бит бесәйҙәре юҡ! Ҡот осто. Ул нәмә, уйҙарымды һиҙгәндәй, бөтөнләй ҡолаҡ төбөндә мырылдарға тотондо. Шунан ауыр аҙымдары менән түшемә менеп ятты. Минең тыным ҡыҫыла башланы, шул тиклем ауыр! Һикереп тороп, өҫтөмдән этеп төшөрөргә уйланым. Тик ҡыбырлай алмайым, хатта күҙҙәремде асып булмай бит. Ҡысҡырам тиһәм, ирендәр ҡыбырламай, тел әйләнмәй. Теге нәмә, ыҙалауымды күреп, эҫе тыны менән, ауыр бүлып ятып, мырылдауын дауам итә. Тонсоғоп үлермен, тип уйланым. Ҡурҡыштан белгән доғаларымды уҡый башланым. Тәүҙә мырылдауы туҡтаны, шунан яйлап ауырлығы кәмей башланы. Тора-бара бөтөнләй юҡ булды. Шунан ғына күҙҙәремде астым... Иртәнсәккә тиклем йоҡлай алманым. Ен йә өй эйәһе мине оҡшатмаған, тип туғандарымда башҡа йоҡламаҫлыҡ булдым.

Бындай хәлдәр бер минең менән генә булмаған, улар борондан билдәле. Үткән быуаттарҙың һүрәттәрендә, мәҫәлән, йыш ҡына йоҡлап ятыусы өҫтөндә шайтан ултырыуы һүрәтләнә. Төрлө халыҡтың фольклорында ла осрай был хәл. Йоҡлағанда ҡыбырлай алмау ҡайһы бер мәҙәниәттә шамандарҙың ҡарғашы тип иҫәпләнә. Икенселәрҙә, йәнәһе, Үс рухы килеп, насар ҡылыҡтар өсөн төндәрен муйындарҙы быуа. Өсөнсөләрҙә оҙон тырнаҡлы әбей йоҡо алдынан ашанып, эсе тулы булғандар өҫтәнә менеп бейей тейҙәр. Дүртенселәрҙә, дөрөҫ тәһерәт алмағанға, ен-пәрейҙәр эйәләй тип һанала...

Аҙаҡ ҡына мин бында бер ниндәй ҙә ен-шайтан, мистиканың ҡыҫылышы юҡлығын белеп ҡалдым. Был хәл йоҡо фалижы (“сонный паралич”) тип атала. Медицина тарихында уны тәүге тапҡыр 17-се быуатта голланд табибы Исбранд ван Димербрек һүрәтләй. Уға 50 йәшлек һау-сәләмәт ҡатын мөрәжәғәт итә. Табип былай тип яҙа: “Ҡатын йоҡларға маташҡанында иблис, уның өҫтөнә менеп, торғоҙмай, тотоп ятыуына ышана. Ҡайһы бере уны ҙур эт йәки ҡараҡ шулай итеп тота, ул тонсоға, ҡыбырлай алмай. Ҡыуып төшөрәм тиһә, ҡулы менән дә, аяғы менән дә хәрәкәт итә алмай”.

Йоҡо фалижының фәни аңлатмаһы ла бар. Тиҙ йоҡо фазаһында беҙ төштәр күрәбеҙ. Был ваҡытта мускулдарыбыҙ “эшен туҡтата”, юғиһә төштәге хәрәкәттәрҙе ҡабатлай башлар инек. Шулай мускулдар “эшкә әҙер түгел” мәлдә мейе уянып китә. Кеше үҙенең кем икәнлеген, ҡайҙа ятҡанын, ниндәй көн һәм ваҡыт икәнен яҡшы аңлай, хатта күҙҙәрен аса, әммә башҡа бер нисек тә ҡыбырлай алмай. Мейе менән мускулдар эше “тигеҙләшһен” өсөн бер нисә секундатан бер нисә минутҡа тиклем ваҡыт кәрәк булыуы бар. Ошо мәлде йоҡо фалижы, халыҡта – баҫлығыу, тип атайҙар. Уның механизмы аңлатылһа ла, сәбәптәре әле аныҡ ҡына билдәле түгел. 

Баҫлығыуҙың бер нисә билдәһе лә бар. Беренсенән, галлюцинациялар башлана. Кеше янында кемдер йөрөгәнен тоя, уға ишек асылыу, аҙымдар тауыштары ишетә. Икенсенән, ысынбарлыҡ төш менән буташа: ҡайҙалығыңды, йоҡлап ятыуыңды асыҡ аңлайһың, шул уҡ ваҡытта төрлө шәүләләрҙе лә күрәһең. Өсөнсөнән, көслө ҡурҡыу тойғоһо кисерелә. Мин, мәҫәлән, тәүге тапҡыр баҫлығыу тураһында белмәү арҡаһында ныҡ ҡына ҡурҡтым. Әммә был турала белгәс тә, йоҡо фалижы башланыуын аңлаһам да, шул уҡ ҡурҡам, паникаға бирелеп, уйымда доғаларҙы уҡырға тотонам, уянғас ҡына тынысланам. Дүртенсенән, тын үҙгәрә, тирләйһең, мускулдар һәм баш ауырта.

Йоҡо фалижы күп осраҡта арҡала ятып йоҡлағанда барлыҡҡа килә. Был мәлдә өҫтөңдә ниҙер ултырып, тын алырға ҡамасаулай кеүек. Әммә ҡырын ятҡандар ҙа, һирәк булһа ла, баҫлыға. Уларҙы сәстәренән “һөрәйҙәр”, арҡаға әйләндереп “маташалар”. Эстәренә ятып йоҡлаусыларҙы, баштарын яҫтыҡҡа баҫып, “тонсоҡторалар”. 

Йоҡо фалижында, ғөмүмән, өс төрлө галлюцинация кисерергә була: “саҡырылмаған ҡунаҡ”, инкуб, вестибуло-хәрәкәт галлюцинацияһы. “Саҡырылмаған ҡунаҡ” булһа , исеме үк әйтмешләй, әргәңдә ят йәнде тояһың. Инкуб — ул тыныңдың ҡыҫылыуы, түшеңдә ауырлыҡ тойоу. Вестибуло-хәрәкәт галлюцинацияһында үҙеңде ситтән ҡарайһың, тәнеңдән сығаһың, йөҙәһең йә осоп йөрөйһөң кеүек. 

Баҫлыҡҡан мәлдә үткер аҡыл булмай. Төштәр, галлюцинациялар мөмкин тиклем ысынға оҡшаш. Ә иң ҡурҡынысы — көсһөҙлөк. Теләгең булһа ла, өҫтөңдә бейеүсе шайтанды алып ташлап булмай, ҡысҡыра ла, күҙҙәрҙе лә аса алмайһың. Әммә уйҙарыңды бер бөтөнгә туплаһаң, был хәлдән тиҙ генә сығырға була. Уйҙа, мәҫәлән, ауыр иҫәпләү башҡарыр кәрәк. 

Табиптар белдереүенсә, йоҡо фалижы һаулыҡҡа бер ниндәй ҙә зыян килтермәй. Кеше был ваҡытта тонсоғоп үлә лә, мәңгенгә ҡыбырламаҫлыҡ булып та ҡала алмай. Бар зыяны — ҡурҡып, аҙаҡ йоҡлай алмау яфаланыу. Баҫлығыуҙың сәбәптәрен күп осраҡта нервы ҡаҡшауы менән бәйләйҙәр. Борсолған, ауыр ҡайғы кисергән, йоҡо режимы боҙолған, насар йоҡлаған кешеләр йыш дусар була уға. Был проблема һеҙҙе йыш борсоһа, тәү сиратта, тормош рәүешегеҙгә, эмоциональ хәлегеҙгә, йоҡоғоҙға иғтибар итегеҙ. Әгәр үтә йыш ҡабатланһа, табиптарға мөрәжәғәт итегеҙ, сөнки баҫлығыу неврологик ауырыуҙың симптомы булыуы ихтимал.

Әҙ белһәң, нығыраҡ йоҡларһың? тигән рус мәҡәле был осраҡта киреһенсә эшләй. Төн уртаһында һеҙҙе ен-пәрейҙәр, бесәйҙәр йә башҡа йән ейәләре быуһа, йортоғоҙҙан күсергә, күрәҙәселәргә йүгерергә, ут яғып төндәрҙе йоҡламай үткәрергә ашыҡмағыҙ. Был бары һеҙҙең организмдың “уйыны”.

 

 

 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: