Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығым - байлығым
28 Сентябрь 2022, 14:08

Көндөҙ ҙә йоҡоғоҙ килеп торамы?

Имбирлы сәй бик файҙалы. Иң мөһиме, ул бер туҡтауһыҙ йоҡо килгәндә ярҙам итә, хәлһеҙлекте бөтөрә.

Көндөҙ ҙә йоҡоғоҙ килеп торамы?
Көндөҙ ҙә йоҡоғоҙ килеп торамы?

Улайһа имбирлы сәй әҙерләйек. Имбирлы сәй ҡанәйләнешен яҡшырта, һыуыҡ тейеүҙән һаҡлай, йылыта, аш эшкәртеүҙе яҡшырта, ҡанды шыйығайта. Шулай уҡ aтepocклepoздан һәм йүтәлдән ярҙам итә. Матдәләр алмашыныуын яҡшырта, иммунитетты нығыта. Организмдан шлак һәм токсиндарҙы сығара.

Имбирлы сәй бик файҙалы. Иң мөһиме, ул бер туҡтауһыҙ йоҡо килгәндә ярҙам итә, хәлһеҙлекте бөтөрә.

Был мөғжизәле сәйҙе эшләү өсөн ҡайнап барған ярты литр һыуға 3-4 см тирәһе имбир тамырын, 2 кардамон ҡуҙағын, семтем дәрсенде, 1 балғалаҡ йәшел сәйҙе, ярты лимонды, оҡшаһа бер ҡәнәферҙе һалып, уртаса ҡыҙыулыҡтағы утта 3-4 минут ҡайнатабыҙ. Унан бер аҙ һыуытабыҙ ҙа, үҙегеҙ теләгәнсә бал ҡушабыҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ!

 

Сығанаҡ: Һаҡмар серҙәре

Автор:
Читайте нас: