Ошо алым тураһында айырым яҙып үткем килә. Сөнки үҙем уның файҙаһын күп күрҙем. Белеүегеҙсә, ҡалаларҙа май айында үҙәк йылытыу системаһы һүндерелгәндә, йә сентябрь айында әле ул тоҡандырылмаған мәлдәрҙә , көн торошо үҙгәреп китеп, һыуыҡтар була ҡалһа, фатирҙарҙа бик һалҡын була. Быуын һыҙлауҙарына дусар булғандар һәм оло йәштәгеләргә был осорҙо үткәреү бик ҡыйынға төшә. Бер мәл шулай, Мәскәүҙә тибет медицинаһына уҡып йөрөгән улым шылтыратып хәлемде һорағанда, шул турала әйтеп һалдым. Ул миңә тиҙ арала аҡ төҫтәге ҡул усындай ялпаҡ йылға таштары эҙләп табырға һәм уларҙы сәғәткә яҡын һыуҙа ҡайнатып, төнгөлөккә йоҡларға ятҡанда, шуларҙың өҫтөнә бер-нисә ҡат сепрәк аша ятырға кәңәш бирҙе. Ялпаҡ аҡ таштарҙы табыуы бик анһат түгеллеген шунда белдем инде! Шулай ҙа Бөрйән йылғаларынан Стәрлетамаҡтағы фатирыма йыйып алып ҡайтҡан аҡһылыраҡ төҫкә яҡын 6-7 таштың файҙаһын күрҙем мин яҙлы-көҙлө. Нимәһе ҡыҙыҡ: түшәккә ятҡас, тән үҙенән –үҙе кәрәк урындарға шылдырып ала ул эҫекәй таштарҙы, шуның йылыһына баҫылып йоҡлап та кителә. Иртән уянғанда, таштар һаман йылы килеш була. Кис ятҡанда таштар мине йылытһа, иртәнгә улар минең йылыма йылы килеш булалар микән ни, тип аптырай ҙа инем үҙем, әммә улар менән яҙлы-көҙлө аяҡ-быуындар һыҙлауҙан ҡотолғаныма шөкөр итәм. Ауылда йылы өйҙә йәшәһәм дә, хәҙер ҙә был һабаҡты ҡулланам, йылғанан йыйған таштарым һәр саҡ өйҙә һаҡта яталар. Был таштар бөтөн, шыма, матур булырға тейеш.