Мотлаҡ АУЫРЫУАРҘЫ ИҪКӘРТӘ торған (противовосполительный ) сәй әҙерләйәсәкмен. Уның өсөн , иртә яҙ йыйған тал ҡайыры, ҡайын япрағы, һары мәтрүш, ҡаҙ үләне (лапчатка гусиная), бәпкә үләне тип аңламағыҙ, артыш, ҡарағай энәләре, ромашка , облепиха япрағы бар, һәм әлбиттә мәтрүшкә. Мәтрүшкәне бөтә сәй сборынала ҡушырға ярай, сөнки үлән белгестәре әйтеүенсә, ул үткәрес (проводник ) икән. Ә һары мәтрүшкә ауырыуҙы иҫкәртеп кенә ҡалмай, бүтән үләндәрҙең шифалы көсөн арттырырға булышлыҡ итә. Тик уны мәтрүшкә кеүек бөтә үләнгәлә ҡушырға ярамай
Шулай уҡ ВИТАМИНЛЫ сәй әҙерләр өсөн ҡарағат япрағы, шиңмәҫгөл, ҡайын япрағы, һары мәтрүшкә, туҡранбаш, ферментланған еркәүек, кесерткән ҡарағай энәләре, һырлан әҙерләгәнмен. Көҙгәрәк , гөльемеш, миләш һәм башҡа емештәр йыйып, киптереп ҡушырға була.
АУЫРЫП КИТКӘН ОСРАҠТА, ҡайын япрағы, боланут, ҡауҙы үләне, еркәүек , юкә сәскәһе, һырлан, ҡандала үләне, әрем, һары мәтрүшкә, аҡтамыр, туҡранбаш үләндәренән сәй йыйылмаһы эшләр инем.
ҠАТЫН - ҠЫҘҘАР өсөн генәлә : туҡранбаш, тырнаҡгөл, һары мәтрүшкә, люцерна , меңяпраҡ, роза таждары, кипкән емештәр ҡушып сәй йыйылмаһы ней тора.
Әлбиттә ниндәй үлән бар барыһында һалырға тимәгән. Еҫе, тәменә, төҫөнә ҡарап, күңелгә оҡшағанын әҙерләргә була. Һәр сәй йыйылмаһына тәм, матурлыҡ, шифа өсөн: кипкән алма, сейә , ҡарағат, еләк һәм башҡа емештәр өҫтәргә ярай.
https://vk.com/im?sel=157351971&w=wall-197676857_672