Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Фирүзә Хөсәйенова-Әбдрәхимова:

Киптергән дә тәме һаҡлана. Йәйҙең бар йәмен, тәмен тойоп була унда.

Фирүзә Хөсәйенова-Әбдрәхимова:
Фирүзә Хөсәйенова-Әбдрәхимова:

Көн кискә тартып һауа һиләҫ кенә була башлаһа танауға нескә генә еҫ бәрелә.

Нескә генә, шул уҡ мәлдә көслө лә. Нисәмә еҫтәр араһынан уны айырып була. Әскелтем дә һымаҡ, нимәһе менәндер муйыл сәскәһе еҫенә лә тартҡан кеүек. Күпме еҫкәһәң дә туйҙырмаҫ, күҙҙе матурлығы менән иркәләр сәскә ул.

Киптергән дә тәме һаҡлана. Йәйҙең бар йәмен, тәмен тойоп була унда.

Уны башҡа сәскә менән бутап булмай. Нәҙек кенә, шул уҡ ваҡытта ныҡлы һабаҡта үҫә ул. Туғай буйҙары, урман ситтәрендә ҡуйы үлән араһынан ҡул болғаған кеүек аҡ ҡына башы менән бейеккә ынтылған. Мине күрегеҙ, һиҙегеҙ, һулағыҙ, йыйығыҙ тигәндәй һөйкөмлө генә итеп нескә сәскәләре менән күҙгә ташлана.

Еркәүек тураһында булыр был яҙмам.
Русса атамаһы- лабазник, таволга вязолистная.

Минең иғтибарыма лайыҡ был үҫемлек. Бынан өс йыл элек ошо үлән менән танышырға тура килде.

Ошондай йәй башы ине. Бер ваҡыт күршеләр көнө- төнө триммер менән тирә- яҡтарын геүелдәп саба башланылар. Иртән дә геүләү, кисен дә геүләү. Аһ, былар ҡайһылай егәрле тигән булам. Шунан саба торған ерҙәре шулай күп түгел дә инде, ул туҡтауһыҙ сабыу буламы ни тип аптырай башланым.

Тик был геүләү минең ҡолағым булып сыҡты. Ге-ү-ү...теге ҡолаҡ тынғы бирмәй шаулап тик тора. Тау артынан килгән йөк машинаһының геүләүенә оҡшап китә ине.

Апайыма шылтыраттым. Шулай- шулай, ҡолаҡ шаулай, нишәйем икән тигән булам. Ул мине әрләп ташланы. Өләсәйем һымаҡ һаңғырау ҡалырһың иң еңел осраҡта, кеше баш менән шаярамы ни ти. Йәһәт неврологка бар. Тикшерел тигән фарман яңғыраны.

Ярар, киттем неврологка. Барғайным тамографияһыҙ бер ни әйтә алмайым, тәүҙә шуны үт ти. Әйтеүе рәхәт. Эргәңдә аҡсаң бармы ла, булһа ла етеп килгән бесәнде уйлайым. Аҡса шуға кәрәк, быға...

Бер ниндәй дауа яҙмайынса ҡайтып киттем. Ҡолаҡ геүләйме геүләй. Ҡалайтырға?

Үҙем белгән үләндәрҙең ҡайһыһы миңә тура килер икән тип РИМ АХМЕДОВтың китаптарын соҡой башланым.

Таптым бит. Еркәүек. Нервынан, ҡолаҡ шаулауынан, гепатиттан, отеки ( сердечного происхождения), псориаз, рактың төрлөһөнән, бели, ашҡаҙан- эсәк полиптарынан, бөйөр, һейҙек ҡыуығы ауырынан, грипптан, ҡатын-ҡыҙ түлһеҙлегенән, герпестан килешә тигән бит.

Йыйҙым да, төнәтеп эстем дә. Килеште бит әй. Төнәткәндә хуш еҫе тәменә күскәндәй була. Эсеп туйғыһыҙ тәмле.

Ҡыҫҡаһы, минең үлән булып сыҡты. Шунан бирле еркәүек менән дуҫмын. Бына бөгөн дә йыйып ҡайтыуға ваҡыт бүлдем. Бүлмәмдә хуш еҫле, үҙе әйтеп бөтөргөһөҙ файҙалы үлән кибеп ята.

Билдәле үлән белгесе Рим Ахмедовтың китаптарында был үлән гепатит, шешенеү, псориаз, рак, ашҡаҙан һәм эсәк полиптарын, бөйөр, һейҙек ҡыуығы ауырыуҙарын дауалағанда ярҙамы ҙур тип бирелгән.

Бигерәк тә грипп осоронда гриптан тиҙ ҡотолорға ярҙам итә, бында инде еркәүеккә пәйғәмбәр тырнағы үләне төнәтмәһе ( календула) ҡушып эселә һәм тиҙ генә, өҙлөгөүһеҙ шәбәйергә ярҙам итә тип яҙған ул.

Һеҙ ҙә йыйығыҙ, дуҫтар! Бушҡа ғына ялпылдап ултырмайҙарҙыр улар "ҡул болғап"🤗.

Р.S. Кемдәргә ярамай был үлән: "У кого гипотония, при колитах с упорными запорами" шундай тыйыуҙа ҙа бар Рим Ахмедовтың "Травы ваши друзья и недруги" тигән китабында.

Һәм тағы ла һәр кемдең организмы үҙенсәлекле. Врач менән кәңәшләшегеҙ ниндәйҙер үләнде ҡулланыу алдынан. Миңә килешкән һеҙгә бармауы бар😁.

Был яҙманы ҡабатлап ҡуям. Сәскә атһа өндәш әле, йыябыҙ, тигән кешеләр бар ине. Атҡан. Күгәрсен районында. Йыбанмай ғына йыйһағыҙ дан булыр ине, үҙегеҙгә 🤗.

Автор:
Читайте нас: