Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығым - байлығым
15 Октябрь 2023, 16:10

Коронавирус ҡайҙа булды?

Яңыраҡ ҡына коронавирус телмәребеҙҙән төшмәй ине. Халыҡ вакцина яһаны, яңы штамдар тураһында һөйләште, ауырыуҙы йоҡтороуҙан ҡурҡып бирсәткә, битлектәрҙә йөрөнө.

Коронавирус ҡайҙа булды?
Коронавирус ҡайҙа булды?

Өйҙә бикләнеп ултырғаныбыҙ, магазинға битлекһеҙ, йәмәғәт урындарына QR-кодһыҙ инә алмағаныбыҙ, балаларҙы ситтән тороп уҡытыуыбыҙ — бөгөн алыҫта ҡалған бер нәмә һымаҡ ҡына тойола. Ә бит күптән түгел генә коронавирус менән нисә кеше зарарланғанын көн дә яңылыҡтарҙан күҙәтеп, яҡындарыбыҙ, үҙебеҙ өсөн борсола инек. Бөтә донъяға үлемесле хәүеф менән янаған зәхмәт ҡапыл юҡ булды. Ҡайҙа булды ул? Әллә халыҡта иммунитет барлыҡҡа килдеме? Был ваҡытлыса күренешме, әллә бөтөнләйгәме?

Яңыраҡ ҡына коронавирус телмәребеҙҙән төшмәй ине. Халыҡ вакцина яһаны, яңы штамдар тураһында һөйләште, ауырыуҙы йоҡтороуҙан ҡурҡып бирсәткә, битлектәрҙә йөрөнө. Киң мәғлүмәт сараларында ла элеккесә көн дә яҡтыртылып барылмай. Бөгөн был ауырыуҙан ҡурҡҡан кеше лә юҡ тиерлек. Алама сирҙән ҡотолдоҡ, тип еңел тын алып ҡалдыҡ.
Шулай ҙа әле ҡыуанырға иртә. Сөнки, белгестәр билдәләүенсә, коронавирус — беҙҙең менән мәңгегә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы 2023 йылдың майында ғәҙәттән тыш хәл тамамланды тип иғлан итеүгә ҡарамаҫтан, ауырыу һаман көсөн юғалтмаған. Пандемияны бөттө тиеүҙең төп сәбәбе — ауырыусылар һаны кәмәү. Әммә зәхмәт бөтөнләй юҡ булды, уны еңдек йә иммунитет барлыҡҡа килде, тип аныҡ итеп әйтергә ярамай. Сирлеләр әле лә бар. Мәҫәлән, 2023 йылдың 24 авгусына Башҡортостанда 20 кеше ауырыған. 2022 йылдың шул уҡ көнөндә 265 кешелә коронавирус табылған.
Йоҡтороусыларҙың кәмеүен йылы миҙгел менән дә аңлаталар. Һалҡын тигеҙеү миҙгелендә — сентябрҙән мартҡа тиклем — ауырыуҙың көсәйеүе ихтимал. Шулай ҙа коронавирус ОРВИ кеүек кенә сир булып ҡала, тип уйлау ҙа дөрөҫ түгел. Тәүге симптомдары, ысынлап та, оҡшаш. Тик бер нисә көндән коронавирус үҙен ныҡлап белдертә башлаясаҡ. Бынан тыш, киҫкен респиратор ауырыуҙары аҙна-ун көн эсендә бөтә. Еңел генә үткәрелгән коронавирустан һуң да организм тергеҙелһен өсөн кәмендә ай кәрәк.
Яңы тулҡын булырмы тигән һорауға килгәндә, белгестәр вирустың үҙгәреү­сәнлеген иҫкә төшөрә. Сөнки уның яңы-яңы штамдар барлыҡҡа килеп торғаны бер кемгә лә сер түгел. Шул уҡ омикрон, мәҫәлән. Ә яңыраҡ ҡына “Эрис” тип аталған яңы варианты билдәле булды. Был вирус тиҙәрек тарала, иммунитеттан “ҡаса” белә. Симтомдары шул уҡ: йүткереү, тымалау, тән температураһы күтәрелә, тамаҡ ауыртыу, күкрәк тирәһендә баҫым тойоу. Әммә иммунитеттары насар булғандар өсөн ҡурҡыныс эҙемтәле. Рәсәйҙә август айына “Эрис”ты 17 кеше йоҡторған. Ҡыҫҡаһы, вирустың яңы төрө үҙен нисек тотоуы, кеше организмы нисек уны үткәреүе тураһында әйтеүе ауыр.
Бөгөн сәләмәт һәм йәш кешеләргә мотлаҡ вакцина эшләтергә йә ҡабаттан һалдырырға кәрәкмәй. Прививка коронавирус менән ауырымағандарға, прививка яһатмағандар­ға, 60 йәштән өлкәндәргә, хроник ауырыу­лыларға кәңәш ителә.
Пандемия 1150 көн дауам итте. Башҡортостанда зәхмәт таралғандан алып 370 меңдән ашыу кеше ауырыған, 6102 кеше үлгән. Коронавирусты ҡасан бөтөнләйгә юҡ булырын бер кем әйтә алмай. Шуға ла пандемия ваҡытында кеүек үк һаҡланып, һаулыҡты күҙәтеп йөрөү яҡшыраҡ. Шул уҡ ваҡытта артыҡ хәүефләнергә лә кәрәкмәй. Яңы тулҡын ҡурҡынысы тыуһа, табиптар ҙа, кешеләр ҙә пандемия ваҡытында үҙеңде нисек тоторға, нисек сир менән көрәшергә икәнен хәҙер белә.

Сәлихә МОРТАЕВА.

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/close-up-male-putting-on-mask_7714462.htm#query=в%20маске%20корона&position=8&from_view=search&track=ais

Автор:
Читайте нас: