Шоңҡар
+14 °С
Облачно
Һаулығым - байлығым
9 Марта 2024, 05:35

Холестерин кимәле күпме булырға тейеш?

Ашаған аҙыҡ-түлектә калория күберәк икән, уларҙың артығы организмда триглициридтарға, ә улар май күҙәнәктәренә әйләнә.

Холестерин кимәле күпме булырға тейеш?Холестерин кимәле күпме булырға тейеш?
Холестерин кимәле күпме булырға тейеш?

 

Бигерәк тә гүзәл зат вәкилдәре үҙенең холестерин кимәле тураһында яҡшы белергә тейеш, сөнки, ир-егеттәр менән сағыштырғанда, тап уларға холестериндың күтәрелеүе янай.

20 йәше тулып уҙған ҡатындарҙың яҡынса 45 процентының холестерин кимәле 5 ммоль/л йәки унан юғарыраҡ була. Был иһә саманан тыш тип һанала. Шул уҡ ваҡытта холестерин менән бергә үлсәнгән триглициридтар, ҡандағы май төрө, ир-егеттәр менән сағыштырғанда, гүзәл зат вәкилдәре өсөн хәүефлерәк. Ә уның юғары кимәлдә булыуы йөрәк сирҙәренә, инсультҡа илтә, шуға үҙеңдең холестерин кимәлен белеү мотлаҡ.

Ашаған аҙыҡ-түлектә калория күберәк икән, уларҙың артығы организмда триглициридтарға, ә улар май күҙәнәктәренә әйләнә. Триглициридтар организмға энергия алыу өсөн кәрәк булһа ла, уның артығы сәләмәтлек өсөн хәүеф янай. Был – йөрәк-ҡан тамырҙары, шәкәр диабеты сирҙәре, һимеҙлек һәм башҡалар.

 

Йәш буйынса холестерин нормаһы:

 

Йәш    Дөйөм            "Насар"          "Яҡшы"

            (ммоль/л)       (ммоль/л)       (ммоль/л)

20-30   3,16-5,75        1,48-4,25        0,85-2,15

30-35   3,37-6,27        1,81-4,45        0,93-2,12

40-50   3,81-6,86        1,92-4,82        0,88-2,25

50-60   4,20-7,77        2,28-5,44        0,96-2,35

60-70   4,45-7,85        2,59-5,72        0,98-2,48

70+      4,48-7,25        2,49-5,34        0,85-2,38

 

Айһылыу НИЗАМОВА

Фото:poleznii-site.ru

 

 

Автор:
Читайте нас