-7 °С
Болотло
Илсур Таҡалов - Йылайыр егете. Ауылдағы мәктәптә туғыҙынсы класты тамамлағас, Өфө медицина училищеһына уҡырға инә. Маҡсатлы егет студент йылдарын бушҡа уҙғармай - тырышып уҡый, спорт сараларында әүҙем ҡатнаша. Шуға ла уҡытыусылары уны башҡаларға өлгө итеп ҡуя. Быйыл тырыш егет уҡыу йортон уңышлы тамамлап, тыуған яғына эшкә ҡайтты - район үҙәк дауаханаһының хирургия бүлегендә медбрат булып эш башланы. "Һәр егет армияла хеҙмәт итергә тейеш", - тигән фекерҙә Илсур. Шуға ла армияға барып, ғәскәре бурысын үтәп ҡайтҡас, уҡыуын медицина университетында дауам итергә теләй.
Уңыштар һиңә, Илсур!
Фото: Бәйләнештә